Ни көтәһең? What Are You Waiting For? by (Mustai Karim) Lyrics
Тәҙрә асып тышҡа күҙ ташлаһам,
Мәк сәскәһен елдәр уйната,
Парашютсы ҡыҙый!
Мәккә ҡарап,
Иҫкә алам һине шул саҡта.
...Күперенгән ҡара болоттарҙы
Телгеләгән йәшен шикелле,
Йәшлек дәрте менән ҡыйыуланып,
Самолёттан ергә һикерҙең.
Күҙҙәремде күккә текәнем дә
Ашығып көттөм һинең төшкәнде,
Минең йөрәк, бәлки, шул ваҡытта
Минутына йөҙ ҡат типкәндер.
Тирбәлеп төшөп еткәс тә,
Һинең ҡулыңды ҡыҫтым.
- Мин хәҙер ҡыйыу һикерәм,
Һин ни көтәһең, дуҫтым?
Мәк сәскәһен елдәр уйната,
Парашютсы ҡыҙый!
Мәккә ҡарап,
Иҫкә алам һине шул саҡта.
...Күперенгән ҡара болоттарҙы
Телгеләгән йәшен шикелле,
Йәшлек дәрте менән ҡыйыуланып,
Самолёттан ергә һикерҙең.
Күҙҙәремде күккә текәнем дә
Ашығып көттөм һинең төшкәнде,
Минең йөрәк, бәлки, шул ваҡытта
Минутына йөҙ ҡат типкәндер.
Тирбәлеп төшөп еткәс тә,
Һинең ҡулыңды ҡыҫтым.
- Мин хәҙер ҡыйыу һикерәм,
Һин ни көтәһең, дуҫтым?