Song Page - Lyrify.me

Lyrify.me

Үкенмәйек дуҫтар Не печальтесь друзья Let Us Not Repent Friends by ( ) (Idris Gaziev) Lyrics

Genre: pop | Year: 1982

[«Үкенмәйек, дуҫтар» йырының һүҙҙәре]

[Текст песни «Үкенмәйек, дуҫтар»]

[Куплет 1]
Үтә ғүмерҙәр моңло йыр булып
Юлында табып төрлө яҙмыштар
Килһә лә алда ҡайғы-һағыштар
Ғүмер итеүҙән үкенмәйек, дуҫтар!
Килһә лә алда ҡайғы-һағыштар
Ғүмер итеүҙән үкенмәйек, дуҫтар!

[Ҡушымта]
Үкенмәйек, дуҫтар, килгән ғүмергә
Яҡты эҙ һалайыҡ йыйылып бергә!
Үкенмәйек, дуҫтар, килгән ғүмергә
Яҡты эҙ һалайыҡ йыйылып бергә!

[Куплет 2]
Үтә ғүмерҙәр болоттар кеүек
Күҙ алдарымдан офоҡ артына
Ярты юлдарҙа туҡтап ҡалмайыҡ
Ел-дауылдарҙың сыҡҡас ҡаршына
Ярты юлдарҙа туҡтап ҡалмайыҡ
Ел-дауылдарҙың сыҡҡас ҡаршына
[Ҡушымта]
Үкенмәйек, дуҫтар, килгән ғүмергә
Яҡты эҙ һалайыҡ йыйылып бергә!
Үкенмәйек, дуҫтар, килгән ғүмергә
Яҡты эҙ һалайыҡ йыйылып бергә!

[Бридж]
Лә-лә-лә-лә-лә-лә-лә-лә-лә-лә-лә-лә-лә
Лә-лә-лә-лә-лә-лә-лә-лә-лә-лә-лә-лә-лә
Ярты юлдарҙа туҡтап ҡалмайыҡ
Ел-дауылдарҙың сыҡҡас ҡаршына

[Ҡушымта]
Үкенмәйек, дуҫтар, килгән ғүмергә
Яҡты эҙ һалайыҡ йыйылып бергә!
Үкенмәйек, дуҫтар, килгән ғүмергә
Яҡты эҙ һалайыҡ йыйылып бергә!
Яҡты эҙ һалайыҡ йыйылып бергә!